ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Республикаһында «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Геройҙарына арналған «Беҙҙең маяҡтар» кисәһе үтте. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған был сарала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры видеоинженеры Руслан Юлтаев Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы Мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ҡотлайбыҙ! Тыуған театрыбыҙ, республика һәм ил мәнфәғәтендә ижади эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!