ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының оло быуын сәхнә оҫталары: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Тәнзилә Хисамова, Илһөйәр Ғәзетдинова, Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмзиә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министры Ольга Любимова исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индереүегеҙ, оҙаҡ йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, тиелә хат юлдарында.

Ҡотлайбыҙ! Туған театрығыҙ менән бергә бәхетле, ижади ғүмер кисерергә яҙһын!