12, 13 сентябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәсәйҙең Милли драма театрында XVI Халыҡ-ара “Александринский” театр фестивалендә “Бөйрәкәй” һәм “Ваня ағай” спектаклдәре менән сығыш яһаясаҡ.
Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-пенталогияһы буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов. Был спектакль Рәсәй Милли театр премияһы һәм “Алтын битлек” фестиваль-конкурсы сиктәрендә 2023-2024 миҙгелдең иң яҡшы 100 спектакле исемлегенә индерелгән.
Башдрамтеатрҙың һуңғы премьераларының береһе булған “Ваня ағай” спектаклен Антон Чехов пьесаһы буйынса режиссер Степан Пектеев сәхнәләштерҙе. Мәғлүм булыуынса, был спектакль М. Шкетан исемендәге Мари милли театры менән коллаборация формаһында ҡуйылған, Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк “Александринский” фестивалендә лә ике труппа бергә сығыш яһаясаҡ. Спектаклдең башҡорт һәм мари телдәрендә уйналған версияһы июнь айында Ҡазан ҡалаһында XVII «Науруз» халыҡ-ара төрки халыҡтар театр фестивале сиктәрендә үткән XI Халыҡ-ара театр олимпиадаһында ҡатнашып өлгөрҙө лә инде.