М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 106-сы ижад миҙгелен Мостай Кәрим әҫәре буйынса “Ай тотолған төндә” спектакле премьераһы менән асты.
Был пьеса Башдрамтеатр сәхнәһендә тәүге тапҡыр 1964 йылда ҡуйыла һәм шул мәлдә үк авторҙы трагедия жанры оҫтаһы булараҡ таныта. Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тәҡдим иткән яңы спектакль – милли әҙәбиәт классикаһына ихтирам да, заманса, көслө хис-тойғолар менән һуғарылған сәхнә ҡуйылышы ла.
“Ай тотолған төндә” спектакле премьераһына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, “Мостай Кәрим фонды” директоры Әлфиә Кәримова, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһе белгестәре саҡырылды.
Театр коллективын уңышлы премьера менән ҡотлап, Мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы: “Бындай спектакль беҙҙең төп башҡорт театрында мотлаҡ булырға, уйналырға тейеш һәм һеҙ ҡуйған маҡсатығыҙға ирештегеҙ, – тип билдәләне.
“Ай тотолған төндә” – атайымдың ижадында мөһим роль уйнаған, уны трагедия авторы булараҡ танытҡан пьеса. Уның һәр пьесаһы тәү башлап Башдрамтеатрҙа ҡуйылған, Мостай Кәримдең үҙ тамашасыһы, артистары, театры булған. Бөгөнгө лайыҡлы спектакль өсөн, артистарҙың йөрәккә үтеп инер сығыштары өсөн театрға рәхмәтлемен. Мостай Кәрим ижады республиканың төп театры сәхнәһендә йәшәүен дауам итә, рәхмәт!”, – тине әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
Спектаклдең ҡуйыусы төркөмө:
режиссёр — Айрат Абушахманов
ҡуйыусы рәссам— Альберт Нестеров
композитор — Рәмис Хәкимов
хормейстер — Анель Сиргебаева
балетмейстер — Ринат Абушахманов
яҡтыртыусы рәссам— Сергей Гаевой
режиссер ассистенты — Хөрмәтулла Үтәшев
Ролдәрҙә:
Аҡъегет — Линар Бәитов
Зөбәржәт — Сабина Кирәева
Танкабике — Сара Буранбаева, Алсу Галина
Шәфәҡ — Лилиә Сәғитова
Диуана — Юнир Ҡоланбаев
Дәрүиш — Айсыуаҡ Йомағолов
Ырыҫҡол-бей — Хөрмәтулла Үтәшев, Ирек Булатов
Ялсығол — Айҙар Шамсетдинов
Аҡһаҡалдар — Рәүис Заһитов, Алмас Әмиров, Әхәт Хөсәйенов, Илдар Ғүмәров
Хор
“Ай тотолған төндә” спектакле премьераһы легендар пьесаның сәхнәгә ҡайтыуы ғына түгел, башҡорт халҡының төп рухи ҡиммәттәре булған мөхәббәт, намыҫ, азатлыҡ хаҡында һүҙе лә ул.