РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

22 август — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө. Был рәсми байрам Рәсәй Президентының 1994 йылдың 20 авгусындағы «Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында» указына ярашлы билдәләнә.
Дәүләт флагы халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен кәүҙәләндереп кенә ҡалмай, милләт берҙәмлегенең, суверенитетының һәм ихтыяр көсөнөң изге символы ла булып тора. Быуаттар буйына һуҙылған азатлыҡ өсөн көрәште, еңеүҙәрҙең бөйөклөгөн һәм ата-бабаларыбыҙҙың даны менән изгеләштерелгән киләсәккә ынтылышты кәүҙәләндерә.
Байраҡ күтәреп ата-бабаларыбыҙ үҙаллылыҡ өсөн яуға сыҡҡан, эшләгән, ижад иткән, көслө дәүләт төҙөгән. Рәсәй флоты менән бергә барлыҡҡа килгән триколор еңеү һәм батырлыҡтар символына әүерелгән. Флаг – ябай туҡыма ғына түгел, милли намыҫтың, мәртәбәнең, быуындар күсәгилешлегенең тере кәүҙәләнеше. Ундағы һәр төҫ, һәр символ – һынауҙар аша үткән, еңеп сыҡҡан халыҡтың батырлыҡтары, берҙәмлеге йылъяҙмаһы.